

Лилиә Мирза кәңәшен биргән.
"Күптәр сәс ҡойолоуға зарлана. Былтыр омикрондан һуң миңә лә ябырылды был бәлә. Төрлө шампундәр, маскалар ярҙам итмәне.
Яҙ етеп, ер асылғас та, морон ғына төртөп килгән әрем, кесерткән япраҡтарын семтеп кенә алып, мунсала бешекләп, сәсемде сайҡата башланым. Тиҙ ҡотҡарҙы мине сирҙән тыуған төйәктең шифалы ярҙамсылары.
Үлән дәррәү үҫә башлағас, башҡаларын да өҫтәй инем: һуҡыр кесерткән, сейә, слива япраҡтары. Әммә төп компонент итеп һыуға йә әрем менән кесерткәнде, йә әрем менән аҡ сәскәне (ромашка) һалдым.
Аллаға шөкөр, кәрәкле дарыуҙарҙың күбеһен үҙебеҙҙең яландарҙан табырға була", - тигән ул.
Сәләмәт булығыҙ!
ИҒТИБАР! БЫЛ ЯҘМА АУЫРЫУҘАРҘЫ ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНАН ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫУ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК.