Ул – еҙтөймә, ҡыр миләше (пижма обыкновенная). Еҙтөймәне кешенең әүҙемлеген һаҡлау һәм оҙаҡ йәшәүен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән геропротектор продукттар әҙерләүҙә ҡулланырға мөмкин.
Был үләндең шифаһы хаҡында “Башҡортостан үләндәре. Травы Башкортостана” тигән вк-төркөмдә лә яҙалар:
“Еҙтөймәне (пижма обыкновенная) бик күп йыйған кеүек инем. Етмәй ҡалды. Иғлан биреп, кешенән эҙләп ҡарайым микән тип уйлап ҡуйҙым әле. Яратып тотонған үләндәремдең береһе ул. Әлбиттә, ул күп төрлө ауырыуҙарҙан шифалы үлән. Тик бөгөнгө яҙмам, кеше тәнендә йәшәгән ҡорттарҙан (паразиттар) таҙарыныу ысулдары тураһында булыр.
Һуңғы йылдарҙа ғына төрлө ҡорттар менән зарарланыу осрағы ете тапҡырға артҡан. Бының сәбәбе күп, әлбиттә. Экология, бысраҡ һыу тиһәләр ҙә, иң беренсе сәбәп, беҙҙең дөрөҫ туҡланмауҙа: артығын, ныҡ татлы ашайбыҙ, күҙәнәкле ризыҡтар менән туҡланмайбыҙ.
Ул ҡорттар ғүмер буйы организмда булған һәм буласаҡ та. Беҙҙең иммунитет, ҡорттарҙы һаулыҡҡа зыян итмәҫлек итеп, үҙе көйләү үҙенсәлегенә эйә. Уларҙың йомортҡалары ауыҙға эләккәндә үк көслө кешенең төкөрөгө уларҙы юҡ итә. Ауыҙҙа булмаһа, ашҡаҙандағы һут уларға ҡаршы тора. Ә беҙ бары иммунитетыбыҙға ярҙам ғына итергә тейешбеҙ. Физик яҡтан көслө булып, дөрөҫ туҡланып һәм төрлө үләндәр ярҙамында.
Ә ҡайһы саҡ киреһенсә килеп сыға, паразиттар нимә ашарға теләй, шуның менән туҡланабыҙ. Уларға үрсергә ярҙам итәбеҙ. Улар хатта кешене яман шеш, инфаркт, инсульт кеүек ауырыуҙарға дусар итә.
Күп кенә препараттар һатылғанын беләбеҙ. Улар ярҙам итә. Ҡыйбат булыуына ҡарамай алып, таҙарынырға була, әлбиттә. Тик ул паразиттар менән беҙ көн дә осрашабыҙ, уларҙан ҡасып булмай. Тире аша ла, ауыҙҙан да, һауа менән дә төрлө төрҙәре килеп эләгә. Шуға ла ваҡыт-ваҡыт үҙең белгәнсә таҙарынып торорға, дөрөҫ һәм аҙлап туҡланырға, көслө булырға тырышыр кәрәк. Әйткәндәй, ураҙа тотоу мөһим.
Паразиттарҙан үләндәрҙең күп төрөн йыйырға була: бабаһыр үләне, меңъяпраҡ, ҡырҡбыуын, дөйә һеңере, еҙтөймә, йылан тамыры, татлы тамыр һ.б. Әрем үләне генә лә ҡорттарҙың йөҙҙән ашыу төрөнән ярҙам итә, ти белгестәр. Бәшмәктәрҙән һары бәшмәк (лисичка) ҡорттарға ҡаршы дауа булараҡ иң көслөһө һанала. Тик уны бешергәндә файҙаһы ҡалмай, сей килеш ашарға кәрәк. Һары бәшмәк үҙе лә ҡортламай. Унан эшләнгән дарыуҙы ла эшләп һатыусылар бар. Һарымһаҡ, керән тамырын да ашау файҙалы.
Ә үҙемдең яратып тотонған рецепт ошолай:
4 өлөш еҙтөймә
1 өлөш әрем
2 өлөш ҡәнәфер (аш тәмләткес)
Ошоларҙың барыһын да он хәленә килтергәнсе кофемолка ярҙамында онтайбыҙ.
Еҙтөймәнең өҫкө өлөшө, әсе әремдең сәскәһе алына. Уларҙы сәскә ата башлаған мәлендә йыйып алырға, ә иҫкереп, төҫө үҙгәрә башлағанда түгел. Әрем менән еҙтөймә эсәктәге ҡорттарҙың нервы системаһын фалиж һуҡтырып сығарһа, ҡәнәфер ҡан юлындағы йомортҡаларын үлтерә. Ҡәнәферҙең ныҡ кипмәгәнен, сифатлыһын алырға кәрәк. Ул ҡорттарҙан башҡа ла күп төрлө микробтарҙы, вирустарҙы еңерлек көскә эйә.
Әлбиттә, бындай дарыу аптекаларҙа бар, ә үҙең эшләгән ышаныслыраҡ. Ҡабул итеү ысулы кешенең йәшенә, һаулығына ҡарап. Ҡоро килеш ярты сәй ҡалағы ашарға ла, йылымыс һыуға һалып эсһәң дә ярай. Егерме бер көн өҙмәй дауаланыу шарт.
Кис тамаҡ ауырта башлағанын тойоу менән ярты ҡалаҡ эсеп ятһаң, иртән тороуға ауыртыу бөтә. Ауырый башлағанда көнөнә ике-өс мәртәбә эсһәң дә ярай. Тик әрем менән еҙтөймә ағыулы, һаҡлыҡ кәрәк. Әгәр был үләндәрҙең берәйһе булмаһа, уны ашҡабаҡ орлоғо, етен орлоғо, меңъяпраҡ менән алмаштырырға була. Әрем, еҙтөймә үләндәре менән спринцевание, клизма ла эшләйҙәр. Эт, бесәйҙең ояларына һалырға, уларҙы төнәтмәһендә йыуындырырға мөмкин.
Әрһеҙ әрем юҡҡа ғына күп үҫмәй бит инде. Ниндәй генә төрө юҡ. Уның хатта еҫе лә шифа. Бөтә кешегә лә килешә тип әйтмәйем. Үт ҡыуығында таш булғандарға, ауырлы ҡатындарға, ҡан баҫымы юғары булғандарға, аллергия осрағында әрем менән дауаланырға ярамай”.
ИҒТИБАР! БЫЛ ЯҘМА АУЫРЫУҘАРҘЫ ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНАН ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫУ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК.
Фото www.youtube.com