Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Апрель 2023, 08:00

Ғүмере ҡыҫҡа, өлгөрөп ҡалығыҙ

Был кеше инсульт үткәргән була, табиптар ҡәҙимге атлап йөрөй һәм һөйләшә алыуына гарантия бирмәй...

Ғүмере ҡыҫҡа, өлгөрөп ҡалығыҙ
Ғүмере ҡыҫҡа, өлгөрөп ҡалығыҙ

Бәпембәнең ғүмере ҡыҫҡа, әммә файҙаһы ҙур. Был турала Гөлдәр Йәғәфәрова бына нимә яҙа: 

"Бәпембә япрағын киптереп йөрөйөм. Холестеринды төшөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла файҙалы.

Бер ҡалаҡ кипкән япраҡҡа бер стакан эҫе һыу ҡойорға, ике сәғәт тондороп ултыртырға, һөҙөргә, 1/4 стакандан көнөнә өс тапҡыр эсергә.

Был мәҡәләне журналға ебәргән кеше инсульт үткәргән була, табиптар ҡәҙимге атлап йөрөй һәм һөйләшә алыуына гарантия бирмәй. Бер йыл ошондай төнәтмәне эсә һәм һауыға".

ИҒТИБАР! БЫЛ ЯҘМА АУЫРЫУҘАРҘЫ ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНАН ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫУ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК. 

Фото: ru.pinterest.com

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас