Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Май 2023, 17:00

43 йыл көн дә мөғжизәгә шаһит ул

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

43 йыл көн дә мөғжизәгә шаһит ул
43 йыл көн дә мөғжизәгә шаһит ул

“Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе” номинацияһында беренсе урынды Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Зөһрә Гурова яуланы.

Зөһрә Ғилмешәриф ҡыҙы Гурованың хеҙмәт стажы – 43 йыл. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт стажын республика балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлаған. 2013 йылда 3-сө балалар табыу йортона баш табип итеп тәғәйенләнгән. 2023 йылдың 1 февраленән был ойошма Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәге итеп үҙгәртелгән.  

Акушер-гинеколог – иң изге һөнәр эйәләренең береһе. Ул донъялағы иң төп мөғжизәгә  –  сабый тыуыуына – шаһит була. “Быға күнегеп булмай. Һәр баланың тыуыуы – үҙе мөғжизә. Эшемде яратам һәм беҙҙең балалар табыу йортонда сабый тапҡан ҡатындарҙың бәхетле йөҙҙәрен күрәм, - ти табибә. – Башҡортостандағы барлыҡ ҡатындарға сәләмәтлек, әсәлек бәхете теләйем. Балалары һәр саҡ ҡыуандырып ҡына торһон. Ә беҙ эшләүҙе, камиллашыуҙы, яңы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын сафҡа индереүҙе, уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”.

Фото, сығанаҡ: vk.com/wall-172931669?own=1&z=photo-172931669_457247787%2Falbum-172931669_00%2Frev

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас