Сәләмәт булайыҡ
5 Май 2023, 12:07

Уны элек-электән файҙаланалар

novyefoto.runovyefoto.ru
Фото:novyefoto.ru

Әлегә йүкә сәскә атмаһа ла, уның шифаһы тураһында тағы бер хәтергә төшөрәйек.

Йүкә сәскәһе матур ғына түгел, шифалы дарыу ҙа. Ул – бактерияларға, елһенеүгә ҡаршы бик яҡшы сара, шулай уҡ тән температураһын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Тап ошо сәбәпле уны элек-электән файҙаланғандар. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе төнәтмәһе йүткереүҙе баҫа, тын юлдарын таҙалай. Айырыуса йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға температура төшөрөү сараһы булараҡ кәңәш ителә. Бынан тыш, ул ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда тиҙерәк йүнәлтә.

Йүкә сәскәһен ҡәҙимге сәй кеүек төнәтеп, йылы килеш эсергә кәңәш итәләр. Көндәлек норма – ике-өс сынаяҡ. Йүкә сәскәһенән төнәтмәне оҙаҡ ваҡыт эсергә ярамай, хәл яҡшырғас уҡ туҡтатырға кәрәк. Ә ул түбәндәгесә әҙерләнә: бер аш ҡалағы кипкән йүкә сәскәһенә 200 миллилитр ҡайнап торған һыу һалып, 20 минут томалап торғандан һуң эсергә мөмкин, әммә һәр төнәтмәне файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас