Сәләмәт булайыҡ
5 Мая 2023, 12:05

Йыйырсыҡтарҙан... кишер ярҙам итә

shopikk.rushopikk.ru
Фото:shopikk.ru

Өй шарттарында яһалған был крем файҙалы һәм  аҙ сығым талап итә.

Уртаса ҙурлыҡтағы кишер­ҙе яҡшылап йыуабыҙ һәм уны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уны кәстрүлгә һал­ғас, йә­шелсә ҡапланғансы көнбағыш майы өҫтәйбеҙ һәм һүрән утта йомшарғансы быҡ­тырабыҙ. Шунан ҡатнаш­маны марля аша үткәреп, уға 15 – 20 грамм балауыҙ һала­быҙ. Артабан ул иреһен өсөн тағы плитәгә ҡуя­быҙ, шунан бер аҙ һыуынған ҡатнашмаға ярты балғалаҡ бал, 7 – 10 тамсы кедр эфир майы өҫтәп, банкаға һалып ябабыҙ.

Был крем төрлө бит тире­һе өсөн дә ярай. Күҙ тирә­һен­дәге йыйырсыҡтарҙан ҡото­лорға булышлыҡ итә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас