Сәләмәт булайыҡ
7 Май 2023, 16:00

Биш килограмлыҡ “баһадир” донъяға килгән

Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә...

Биш килограмлыҡ “баһадир” донъяға килгәнБиш килограмлыҡ “баһадир” донъяға килгән
Биш килограмлыҡ “баһадир” донъяға килгән

Өфөләге 8-се ҡала дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә  ауырлығы биш килограмлыҡ малай донъяға килгән. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә.

Етәксенең әйтеүенсә, сабыйҙың ауырлығы 5 000 грамм, буйы 62 сантиметр тәшкил итә. Ысын мәғәнәһендә – баһадир!

“Еңеү көнө алдынан 8-се дауахананың бала табыу йортонда ысын баһадир, буласаҡ Ватан һаҡсыһы донъяға килде! Малай ныҡ һәм сәләмәт үҫһен!”– тигән теләктәрен еткергән һаулыҡ һаҡлау министры.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас