Сәләмәт булайыҡ
11 Май 2023, 05:30

Һөнәри байрамығыҙ менән, шәфҡәт туташтары!

Дуҫтар, комментарийҙарҙа таныш шәфҡәт туташтарығыҙ хаҡында яҙығыҙ. Улар хаҡында беҙ ҙә беләйек  

Һөнәри байрамығыҙ менән, шәфҡәт туташтары!Һөнәри байрамығыҙ менән, шәфҡәт туташтары!
Һөнәри байрамығыҙ менән, шәфҡәт туташтары!

Рәсәйҙә Шәфҡәт туташтары көнө 1993 йылдан билдәләнә.

Рәсәй империяһында Петр I осоронда шәфҡәт туташтарын рәсми рәүештә ауырыуҙарҙы ҡарата башлағандар. Был башланғысты Екатерина II лә дауам иткән.

1930-сы йылдарҙа СССР-ҙа шәфҡәт туташтарын әҙерләү системаһы ғәмәлгә индерелгән. Ун йылдан һуң меңләгән ойошма был һөнәр эйәләрен әҙерләү менән шөғөлләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы оморонда шәфҡәт туташтары әллә күпме һалдаттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.  

Йыл һайын 12 майҙа Ҡыҙыл Тәренең халыҡ-ара комитеты Флоренс Найтингейл исемендәге 50 миҙалды тапшыра. Был – шәфҡәт туташтары өсөн тәғәйенләнгән юғары награда. Тап Флоренс Найтингейл Ҡырым һуғышы ваҡытында (1853—1856) донъяла беренсе тапҡыр шәфҡәт туташтары хеҙмәтен ойошторған. Һәм Флоренс Найтингейл тыуған көндө был байрам билдәләнә лә.

Йыл һайын был көндө шәфҡәт туташтары өсөн төрлө девиз аҫтында төрлө саралар ойошторола. Быйыл Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары советы иғлан иткән тема – “Беҙҙең шәфҡәт туташтарыбыҙ. Беҙҙең киләсәгебеҙ”.

Беҙ барлыҡ шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар, донъяла тыныслыҡ теләйбеҙ!

Фото: xn--d1allfhj.xn--p1ai/12-maya-

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас