Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Май 2023, 18:18

Аҡыллыға – ишара...

Башығыҙ ауыртһа...

 

Тәрән итеп тын алығыҙ ҙа 10-ға тиклем һанағыҙ. Асыу һәм нәфрәт башты ауырттыра. Был депрессия йәки хәүефләнеүҙән дә насарыраҡ, тип иҫәпләй табиптар. Нисек кенә булмаһын, асыу-ярһыуығыҙҙы баҫырға тырышығыҙ.

 

Зиһенегеҙҙе үҫтерегеҙ

 

Ғалимдар аҡыл йәһәтенән артта ҡалмау, зиһенде үҫтереү өсөн диетаның да әһәмиәтле булыуын асыҡлаған. Интеллектуаль тестарҙы туйындырылмаған майҙарҙы күп ҡулланған кешеләрҙең яҡшыраҡ үтәүе билдәле. Зәйтүн майы, аҡ май, сыр, балыҡ – тап шундай ризыҡтар иҫәбендә.+

Ял итергә лә кәрәк

 

Йоҡо туймауы эшкә һәләтлелекте кәметә, иғтибар тупларға, мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға ирек бирмәй. Аҡыл талап ителгән мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауырлаша.

 

Телевизор ҡарағансы...

 

“Телевизор ҡарағанда, һеҙҙең баш мейегеҙ, әйтерһең дә, диванда ял итә. Ул ялҡаулана, әүҙемлек юғала”, – ти философ һәм яҙыусы Дэвид Нивен. Баш мейеһе тонуста булһын өсөн китап уҡырға йәки кроссвордтар сисергә тырышығыҙ, был Альцгеймер кеүек ауыр сирҙәргә юлығыуҙан һаҡлаясаҡ.

 

Күҙҙәреңде һаҡла

 

Хәҙерге заман кешеһе күҙҙәргә төшкән  самаһыҙ ныҡ көсөргәнештән яфалана. Мониторҙың һеҙҙән ҡул һуҙымындағы арала урынлашҡан булыуы шарт. Экрандың өҫкө өлөшө күҙҙәр тапҡырында булһын. Мониторҙы йыш һөртөп тороғоҙ. Экрандың сағыулығын көйләргә йыбанмағыҙ.

 

Сәй эсегеҙ

 

Сәй кариес барлыҡҡа килтергән бактериялар таралыуына ҡамасаулай. Әлбиттә, һүҙ бында бәләкәй пакеттарҙағы сәй тураһында түгел, ә бөртөклө ысын сәй тураһында бара.

 

Татыулыҡҡа ни етә!

 

Ата-әсә менән һәйбәт мөнәсәбәттә булыу, ярҙам итешеп, хәстәрлек солғанышында йәшәү йөрәк сирҙәре хәүефен кәметә, тип иҫәпләй белгестәр. Ниндәй ҙә булһа йорт хайуанын өйҙә тотоу ҙа һеҙгә стрестан ҡотолорға ярҙам итәсәк, ә ҡан баҫымығыҙ 15 процентҡа түбәнәйәсәк, ти тикшеренеүселәр.

 

Музыка ҡоралында уйнайһыңмы?

 

Ниндәй ҙә булһа музыка ҡоралында уйнау сәләмәтлек өсөн файҙалы, ти белгестәр. Баҡһаң, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү һүҙҙәрҙе тиҙ хәтерҙә ҡалдырырға булыша икән. Хатта сит телдәрҙе өйрәнеү еңелерәк бирелә, имеш...

 

Сама кәрәк

 

Магазиндарҙа бактерияларға ҡаршы һабындар, төрлө таҙартыу саралары тулып ята. Улар менән артыҡ мауығыу файҙаға түгел, һәр ғәмәлдә сама кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, бындай һабындарҙы йыш ҡул­ланыу дарыуҙарға тотороҡло бактерия­ларҙы барлыҡҡа килтерә, ә файҙалыларын юҡҡа сығара.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас