

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында ҡан донорҙарына бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләүҙәр мәсьәләһе ҡаралды.
–Ҡан хеҙмәтен ойоштороу мәсьәләләре дәүләт сәйәсәтенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә. Һуңғы өс йыл эсендә генә был хеҙмәтте финанс менән тәьмин итеүгә 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Федераль һәм республика программаларына ярашлы үткәрелгән саралар хеҙмәтте техник һәм структура яғынан яңыртырға булышлыҡ итте, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Республикала ҡан хеҙмәтен алты филиалы булған Республика ҡан биреү станцияһы тәшкил итә. Берҙәм структура етештереү процесына мониторинг үткәреүҙе тиҙ һәм сифатлы башҡарырға, кәрәк булғанда үҙгәрештәр индерергә, ҡан әҙерләү күләмен яңынан бүлергә ярҙам итә. Ҡан запасына идара итеү логистикаһы ябай һәм һығылмалы.
Ҡан хеҙмәте эше һәм донорҙарҙы социаль яҡлау саралары тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Ҡан хеҙмәте нигеҙен донорлыҡ тәшкил итә. Былтыр 32 меңдән ашыу кеше донорҙар рәтен тулыландырған, был 2021 йыл күрһәткесенән 6,7 процентҡа күберәк. Уларҙың һәр береһе уртаса 2,5-кә яҡын донация биргән. Был күрһәткес тотороҡло рәүештә үҫешә бара.
Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан биләмәһендә йөҙҙән ашыу тапҡыр ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған донорҙарға бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәрҙе раҫлау тураһында ҡарар проектын тәҡдим итте. Был өҫтәмә сара республикала донорлыҡты дәртләндереү маҡсатында ҡабул ителә. Хеҙмәтте “бер тәҙрә” принцибы буйынса күрһәтеү планлаштырыла. Донор ҡан хеҙмәте учреждениеһынан 100 тапҡыр ҡан биреүен раҫлаған документ менән Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндән һуң, аҡса ун эш көнө дауамында банк картаһы иҫәбенә күсерелә йәки почта аша ебәрелә.
Талаптарға ярашлы, донор бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәрҙе 2023 йылдың 13 февраленән һуң, 101-се тапҡыр ҡан тапшырғас, аласаҡ. Бындай әүҙем донорҙар республикала 154 кеше тәшкил итә.
Премьер-министр республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы.
– Республика ҡан биреү станцияһының матди-техник базаһын яңыртыу һәм нығытыуҙың мөһимлеген иҫәпкә алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республикала дарыу препараттары етештереү өсөн ҡан плазмаһы әҙерләүҙе арттырыу буйынса федераль концепцияны тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә, шуға ярашлы “юл картаһын” әҙерләргә кәрәк, – тип ҡушты Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.