Пневмококк инфекцияһынан прививка яһатыу тураһында һүҙ барһа, күптәр уны пневмонияға ҡаршы яһатыла тип уйлай. Был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй, сөнки инфекция, пневмониянан тыш, бик күп өҙлөгөүҙәргә, шул иҫәптән ҡан зарарланыуына (сепсис) килтереүе мөмкин.
Пневмококк инфекцияһы организмға эләккәс, үпкәлә ялҡынһыныу процесын башлап, пневмонияға килтереүе ихтимал, тик уның зыяны бының менән генә бөтмәй, шуға күрә был бәләнән һаҡлаған прививка булыуы бик яҡшы. Сирҙең арҡа, баш мейеһе өлөшөндә ялҡынһыныу тыуҙырған менингит, ҡанда сепсис барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Пневмококк инфекцияһын дауалауы ауыр, юғары дозалағы антибиотиктар менән стационарҙа һауыҡтыралар, тергеҙеү барышы оҙайлы. Унан һаҡланыу сараһы – ваҡытында яһатылған прививка.
Пневмококк – түңәрәк рәүешендәге, төркөмләп йыйылған бактерия. Нигеҙҙә, өҫкө тын алыу юлдарын зарарлай, ҡайһы бер саҡта бронхит һәм пневмонияға килтерә. Организм көсһөҙләнгәндә йәки микроб үтә агрессив төҫ алғанда, нервы системаһының зарарланыуы күҙәтелә – менингит йәки сепсис рәүешендә өҙлөгөүҙәр башлана.
Элегерәк нигеҙһеҙ рәүештә “һәр сөскөргән һайын” антибиотик менән дауалау үҙ һөҙөмтәһен бирҙе – дарыуҙарға ҡаршы тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килде. Был терапияны һайлауҙы ҡыйынлаштырҙы, ти белгестәр, шуға күрә пневмококк инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыу сирҙең ауыр формаларынан һаҡлай.
Бөгөн бактерияның төрҙәре 60-тан ашыу. Вакцина ҡуҙғытыусының киң таралған штамдарынан һаҡлай ала. Бынан тыш, прививка өлкәндәрҙе етди өҙлөгөүҙәрҙән, йәғни отит (урта ҡолаҡтағы шешеү процесы), эндокардит (йөрәктең эске өлөшө зарарланыуы), синусит (танау ҡыуышлығының эренләп шешеүе), артрит, бронхит һәм башҡа сирҙәрҙән ҡурсалаясаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА