Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Май 2023, 18:17

Сөгөлдөр көс бирә

Файҙаһы һанап бөткөһөҙ.

ekonet.ru
Фото: ekonet.ru

Был файҙалы йәшелсәне маҡтап бөтә алмайҙар. Айырыуса уның бауырҙы таҙартыу үҙенсәлеге  “абруйын” бермә-бер күтәрә. Өҫтөнлөктәрен һанап китәйек: ҡан баҫымын түбәнәйтә, организм ныҡлығын арттыра, ҡан йөрөшөн яҡшырта, энергия өҫтәй, ҡандағы глюкоза кимәлен кәметә, бауырҙан токсиндарҙы сығара, һалҡын тейгәндә ярҙам итә.

Сөгөлдөр һуты файҙаһын арттырған ингредиенттарҙы ла һанап үтәйек. Мәҫәлән, имбир. Аш һеңдереү өсөн бик файҙалы, ҡандағы шәкәр миҡдарын кәметә, баш мейеһе сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә. Кинза организмдан ауыр металдарҙы сығарыу һәләтенә эйә, ҡандағы шәкәр кимәлен аҙайта, тынысһыҙланыуҙы баҫа. Алма – бауыр яман шешен иҫкәртеүҙә яҡшы сара, баш мейеһе сәләмәтлеге өсөн алмаштырғыһыҙ, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй. Лимонға таҙартыу, бауыр зарарланыуын иҫкәртеү үҙенсәлеге хас. Сельдерей ялҡынһыныуҙы кәметә, иммунитетты арттыра, яман шешкә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Ҡыяр зарарлы ирекле радикалдарҙан аралай, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә.

Белгестәр сөгөлдөрҙән һәм үрҙә әйтелгән йәшелсә, еләк-емештән ошондай шәп эсемлек әҙерләп ҡарарға тәҡдим итә: 300 грамм бешкән сөгөлдөргә бер шәлкем кинза, ике алма, 2,5 сантиметрлыҡ имбир киҫәге, бер лимон, ике һабаҡ сельдерей, ике бәләкәй ҡыяр (орлоҡтары таҙартылған булһын) алып, үткәргес аша сығарығыҙ. Стакандарға һалып, шунда уҡ эсегеҙ.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас