Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡотланы һәм дөйөм стаждары 150 йыл булған медицина хеҙмәткәрҙәре Фәйзуллиндар тураһында яҙҙы.
Ғаилә башлығы Әхтәм Әнәс улы – Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ул төбәктәге травматология үҙәгенә етәкселек итә, суставтарҙы алмаштырыу буйынса юғары технологиялы әмәлиәттәр эшләй. Уның ҡатыны Диана Батыр ҡыҙы – 21-се дауаханала табип-стоматолог. Уның әсәһе Фәриҙә Мөтиғулла ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң урта медицина белем алған һәм медицина хеҙмәткәрҙәре династияһына нигеҙ һалған. Ул операция ваҡытында шәфҡәт туташы һәм балалар баҡсаһында фельдшер булып эшләгән.
Фәйзуллиндарҙың ҡыҙҙары Гүзәл дә ата-әсәһенең данлы юлын дауам итә. Уның ике медицина белеме бар: дауалау эше һәм стоматология белгеслектәре буйынса уҡыған. Ул 21-се дауаханала яңаҡ-бит хирургы булып эшләй. Улдары Аяз – 21-се дауаханала табип-травматолог. Кейәүҙәре Асҡар Еникеев – Республика перинаталь үҙәге табибы. Тағы туғандары Руслан Йәғәфәров – 5-се стоматология поликлиникаһында табип-стоматолог.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Фәйзуллиндарҙың киләсәк быуын вәкилдәре лә медицина юлын һайлар, медицина хеҙмәткәрҙәре династияһын дауам итер, тигән уй-теләктәрен яҙған.
Беҙ ҙә Фәйзуллиндарҙы һәм барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.