

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге табип-методисы Сара Хәйҙәр ҡыҙы Әхтәмова “Иң яҡшы табип-эксперт” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Ул 1986 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған. Сара Хәйҙәр ҡыҙы – 40 йылға яҡын медицина һағында. “Тыуғандан уҡ беҙгә оло ҡиммәт – сәләмәтлек бүләк ителгән. Уның ҡәҙерен белергә, ғүмер буйы һаҡларға кәрәк”, - ти ул. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙың, диспансерлаштырыуҙың мөһимлеге, уларҙы инҡар итмәү кәрәклеге тураһында әйтте.
Эйе, диспансерлаштырыуҙың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, тик ниңәлер күптәребеҙ уны үтергә ашыҡмай. Ә республикалағы һәр өсөнсө бәлиғ булған кешене диспансерлаштырыу ҡаралған. Әгәр ошо әйтелгәндәр теүәл үтәлһә, әллә күпме сир ваҡытында иҫкәртелер, бихисап ғүмер ҡотҡарылыр ине. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, сирҙе иртә диагностикалау һөҙөмтәһендә әллә күпме күңелһеҙ хәлде кисектерергә мөмкин. Әйткәндәй, Башҡортостан табиптарының йыуан эсәктәге яман шеште асыҡлау буйынса тәжрибәһе яҡшы тип танылған һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу өсөн тәҡдим ителгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.