Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2023, 21:30

Бәпембә сәйе эшләп эсәйек

"Уны миңә Йотоп әфәнде өйрәтте". Шифалы сәйҙең рецебы - яҙмала.

Бәпембә сәйе эшләп эсәйек
Бәпембә сәйе эшләп эсәйек

Күптән түгел Әбйәлил районынан Рәхимә Мусинанан төрлө үләндәрҙән сәй эшләү серҙәре менән таныштырып үткәйнек. Был юлы ул бәпембә япрағынан шифалы сәй эшләгән. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Әсе бәпембә япрағынан сәй эшләйҙәрҙер тип башыма ла килмәй ине. Әлеге лә баяғы шул Йотоп әфәнде (Ютуб) бәпембә сәйе тураһында видео килтереп сығарҙы.

Миңә бәпембә сәйенең эше күпкә әҙерәк булыуы оҡшаны. Уны туңдырырға ла, ит үткәргестән үткәрергә кәрәкмәй. Япрағының үҙәге һутлы булғас, һыуын уста тиҙ генә ыуалап сығарырға була. Төҫө һәм формаһы менән дә ысын сәйгә ныҡ оҡшаған. Тәме емешле үҫемлектәрҙекенән байтаҡҡа ҡалыша ҡалышыуын, әммә йомшаҡ, әсеһе юҡ булған.

Эш тәртибе шулай: бәпембә япраҡтарын йыйып һулытабыҙ (мин төнгөлөккә өҫтәлгә йәйеп ҡалдырҙым), унан өс-дүрт япраҡты бергә уста еүешләнгәнсе тәгәрәтеп ыуабыҙ, унан кәстрүлгә һалып, өҫтөн тәрилкә һәм ауыр нәмә менән баҫтырып, ҡараңғы йылы урынға ферментациялауға ҡуябыҙ - бер тәүлек самаһы ваҡытҡа. Сәйҙең әҙерлеген өй эсенә таралған еҫенә ҡарап беләбеҙ, төҫө лә ҡараға әйләнә. Бысаҡ менән турап, йылы урында киптереп алғас, һауытҡа бушатабыҙ. Сәйегеҙ шифалы булһын!" - тип яҙҙы Рәхимә Мусина.

Фото Рәхимә Мусинаның сәхифәһенән.

Бәпембә сәйе эшләп эсәйек
Бәпембә сәйе эшләп эсәйек
Бәпембә сәйе эшләп эсәйек
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: