

Башҡортостандағы һәр бишенсе бала һимеҙлектән йонсой. Бәләкәстәрҙең артыҡ тән ауырлығы, нигеҙҙә, уларҙың дөрөҫ туҡланмауы һәм физик йәһәттән әүҙем булмауына бәйле. Волга буйы федераль округы балалар эндокринологы Олег Малиевскийҙың белдереүенсә, был – үҙенә күрә эпидемия һәм ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла.
“30 йылдан ашыу һимеҙлектән йонсоған пациенттар менән эшләйем. Ун йыл элек, физик күнекмәләрҙең мотлаҡ кәрәк икәнлеге тураһында һөйләй башлағас, ата-әсәләр: “Балам 11-се класта белем ала, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә, тағы репетиторҙар менән шөғөлләнә. Ваҡыт юҡ!” – тине. Өс-дүрт йыл элек 9-сы класс уҡыусыларының ата-әсәһе лә: “Төп дәүләт имтиханына әҙерләнәбеҙ. Был берҙәм дәүләт имтиханынан да хәтәрерәк”, – тип белдерҙе. Хәҙер иһә репетиторҙарҙы 1-се кластан “яллайҙар”. Был балаларҙың физик йәһәттән әүҙемлегенә кире йоғонто яһай”, – тигән фекерҙә медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь педиатрияһы кафедраһы профессоры Олег Малиевский.
“Был, ысынлап та, эпидемия. Ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла. Эпидемия критерийы – ниндәй ҙә булһа сирҙең 5 проценттан ашыуға артыуы. Балаларҙың һимереүенә килгәндә, былтыр республикала үткәрелгән тикшереүҙәрҙең башланғыс кластарҙа балаларҙың – һигеҙ процент. Тағы 12 процент балалар тән һимеҙлеге артыҡ, йәғни норманан күберәк. Өлкәндәргә килгәндә, хәл тағы ҡурҡынысыраҡ: төрлө йәштәгеләр 30-ҙан 50 проценты һимеҙлектән йонсой”, – ти Олег Артурович.
Был аяныслы хәлгә нимәләр сәбәпсе?
Фото: novyefoto.ru