Бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән интегеүселәр артҡандан-арта бара. Ә бит ябай ғына сараларҙы ҡулланыу ҙа уларҙы иҫкәртеүҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Һеҙҙең иғтибарға лимон ҡушып эшләнгән бер нисә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ.
l Бер сәй ҡалағы лимон һутына бер сәй ҡалағы бал һәм шунса уҡ көнбағыш майы ҡушып, болғағыҙ ҙа иртәнсәк ас ҡарынға эсегеҙ. 10 көн дауамында эскәндән һуң, ял итегеҙ. Был рецепт ҡан тамырҙарының һығылмалылығын арттыра.
l Бер сәй ҡалағы балға ярты лимондың һутын һығып, 3/4 стакан ҡайнап йылымысҡа ҡалған һыу өҫтәп болғағыҙ. Йоҡлар алдынан 10 көн эсергә кәңәш ителә.
l Был рецептарҙы көн һайын эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит турағыс аша үткәреп, ике аш ҡалағы бал өҫтәп, яҡшылап болғағыҙ. Быяла һауытҡа һалып, бер көн бүлмә температураһында тотҡандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ҡәҙимге ҡайнатма урынына сәй эскәндә ҡулланығыҙ.
Әгәр лимонға йәки балға аллергия булмаһа, был сараларҙың башҡа осраҡтар өсөн иҫкәрмәһе юҡ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА