Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Май 2023, 17:07

Тештәге ташты нисек бөтөрөргә?

Любовь Христофорова өйҙә эшләрлек еңел генә юлды тәҡдим итә.

Тештәге ташты нисек бөтөрөргә?
Тештәге ташты нисек бөтөрөргә?

Кемдер әйтә, тештәге ташты тик стоматолог кабинетында таҙартып була тип. Ләкин көнкүрештә лә быны эшләп була тип кәңәштәрен биргән кешеләр бар. 

Мәҫәлән, грек сәтләүеге ярҙамында. Бының өсөн 40 грамм сәтләүек ҡабығы һәм бер стакан һыу етә, тиҙәр. 

Ҡабыҡты 20 минут һыуҙа ҡайнатып, һыуытҡас, һөҙөп алырға. Теш щеткаһын ошо иретмәлә 10 минутҡа тотоп алырға. Артабан теште таҙаларға. Шулай көнөнә өс тапҡыр ҡабатларға.

Сәтләүек ҡабығы бактерияларға ҡаршы ла шәп сара. Ул шулай уҡ теш эмалендәге ҡуныҡты бөтөрөргә лә ярҙам итә. Теш ҡаҙнаһы ҡанағанда ла был сараны ҡулланырға була.

Ә бына Любовь Христофорова бик ябай алым кәңәш итә. Ул теш щеткаһына водород перекисы тамыҙып теште таҙалау ҡуныҡты, таштарҙы бөтөрә, тип яҙа. 

Р. S. БЫЛ МӘҠӘЛӘ ТИК ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНДА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН МОТЛАҠ КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ.

Фото: fb.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: