Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Уҫаҡ япрағы – шәп дауа

pro-dachnikov.com
Фото:pro-dachnikov.com

Интернет селтәрендәге Сәлим Шараповтың яҙмаһы менән уртаҡлашабыҙ. Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә файҙалы кәңәш.

“...Ҡайһы ғына төркөмгә инмә, аяҡ-ҡулы һыҙлауға зарланыусылар күп. Армиянан һуң ҡапыл ғына минең дә аяҡтарым һыҙлай башланы. Уларҙы хатта һоноп ултыра алмай инем. Әсәйем шулай эшләргә өйрәтте: бер пакет уҫаҡ япрағын йыйып, ҡояшҡа һалып ҡуйырға. Һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа йәки биҙрәгә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Төнәтмәнең эҫелеге бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарҙы тығып ултырырға.

Мин был дауаны үҙемдә һынаным. Ауыртыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә. Беренсе тапҡырҙан уҡ еңеллек тойҙом. Сирҙе иҫкәртеү өсөн аяҡтарымды ике тапҡыр уҫаҡ япрағы һыуында тоттом. Шунан бирле күҙ теймәһен!

Һуңынан ишеттем: Мөжәүир хәҙрәт тә кешеләргә гел ошоно өйрәткән икән. Ауырыу ныҡ көслө булһа, ул япраҡты 40 уҫаҡтан йыйырға ҡушҡан. Юғиһә йәй буйы аяҡ аҫтындағы дауаны тапап йөрөйбөҙ ҙә ҡыш дарыуханаға йүгерәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бөтәһен дә йәлләмәй биргән, тик эйелеп алырға йыбанабыҙ. Һеҙгә яҙғаным ярҙам итер, тигән ышаныста ҡалам”.

Әйткәндәй, уҫаҡ, беҙҙең төбәктәге башҡа ағастар менән сағыштырғанда, һуңыраҡ япраҡ яра. “Уҫаҡ япраҡ ярһа, ысын йәй башлана”, ти халыҡ.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА 

Читайте нас в