Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тәбиғәткә, ул биргән байлыҡтарға рәхмәтле булып йәшәгән. Хатта иң ауыр, юҡсыллыҡ йылдарында ла “йәшел үләнгә аяҡ баҫһаҡ, бирешмәҫбеҙ” тип әйтер булғандар. Ысынлап та, яҙ етеү менән баш ҡалҡытҡан йәшел үләндәрҙә – йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткән һәм башҡаһында күпме файҙалы матдә, витамин тупланған! Һеҙҙең иғтибарға яҙғы аштар тәҡдим итәбеҙ.
Кесерткән ашы
Әлшәй районынан Мәрйәм ҒӘЛИУЛЛИНА тәҡдим иткән рецепт.
Бер литр һыуҙы ҡайнатып, шуға бер баш картуфты турап төшөрөргә, самалап тоҙ өҫтәргә. Шул арала бер баш һуғанды турап, ҙур булмаған бер кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Әҙер булғас, кәстрүлдәге ашҡа өҫтәп, әкрен генә ҡайнатырға. Таҙа урындан йыйылған кесерткәнде ике минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотоп алғас, һарҡытып, ваҡ ҡына итеп турарға ла ашҡа ҡушырға. Кесерткән ҡушҡандан һуң 2-3 минут тирәһе әкрен генә ҡайнатып алырға.
Өҫтәлгә ҡуйған ваҡытта һәр тәрилкәгә йәшел һуған, ҡаймаҡ, бешкән йомортҡаны уртаға ярып һалырға.
Ыумаслы аш
Кесерткәнле ыумас ашы – башҡорт халҡының бик борондан ҡулланған ризығы. Ул файҙалы матдәләргә, бигерәк тә С витаминына бай.
Был тәмле аш өсөн кесерткәндең бер ҙур ус өҫкө япраҡтары, өс картуф (теләк буйынса, картуфһыҙ ҙа тәмле була), өс йомортҡа, бер стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк була.
Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуға картуфты турап һалырға. Ул бешкәнсе бер йомортҡаға он ҡушып ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ваҡлап турарға. Ике йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. Биш минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә. Ваҡлап туралған йәшел һуған, йыуа, әнис япраҡтары ҡушырға мөмкин.
Һаҡлау һәм халыҡ ырымдары
Үрҙә тәҡдим ителгән рецептар буйынса балтырған, йыуа кеүек ашарға яраҡлы үләндәр менән дә тәмле аштар бешерергә мөмкин. Улар көс-дәрт бирә, иммунитетты нығыта. Йәшел үләндәрҙе, мәҫәлән, шул уҡ йыуаны турап, аҙ ғына тоҙ өҫтәп, һуңғараҡ ашау өсөн һаҡлап була. Уңған хужабикәләр кесерткән, балтырғанды йыуып, турап, һыуытҡыста туңдырып та һаҡлай.
Яҙғыһын йәшел үләндәрҙе ашар алдынан халыҡ төрлө ырымдарҙы үтәгән. Мәҫәлән, “Иҫке ауыҙға – яңы аш, яман ауырыу, минән ҡас”, тип әйтер булғандар. “Зәңге ҡас, Иҙел кис, иҫке ҡорһаҡ, яңы аш, иха-ха-а-ай”, тип ат кеүек кешнәп тә ебәргәндәр, шулай иткәндә йыл буйы ат кеүек юртып, сирләмәй йәшәйәсәкһең, тип ышанғандар.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА