Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2023, 20:00

Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...

Аяныслы хәл хаҡында хәбәр ителде. Бында әле ныҡ имгәнгән, баш һөйәге, мейеһе зарарланған бер нисә бала ята...

Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...
Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...

Йәй миҙгеле яҡынлашыу менән көтөлмәгән бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора. Һуңғы йылдарҙа ҡала урамдарында самокаттарҙың елдереп йөрөүе йәйәүлеләр өсөн генә түгел, ә ошо урам транспортындағыларҙың үҙҙәре өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында аяныслы хәл хаҡында бәйән иткән. Ул бөгөн Өфөләге 17-се балалар дауаханаһының реанимация бүлегендә ятҡан 16 йәшлек үҫмер тураһында борсолоп яҙа. Самокаттан йығылып төшкән балала инсульт булыуын асыҡлағандар. Етәксе травматология бүлексәһендә велосипедтарҙан йығылып төшөп йәрәхәтләнгән, имгәнгән, баш һөйәге һәм мейеһе зарарланған бер нисә баланың ятыуын хәбәр иткән.

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, май айында ғына был учреждение самокаттарҙа һәм велосипедтарҙа йөрөгәндә имгәнгән 17 пациентты ҡабул иткән! Ә йәй башлана ғына әле...

“Йылы көндәр башланыу менән велосипед һәм самокаттарҙан ҡолауҙар, имгәнеүҙәр йышайҙы. Тәжрибә күрһәтеүенсә, күңелһеҙ статистика каникулдар башланыу менән тағы артасаҡ. Ата-әсәләр балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаһын, йәйге ялды бәлә-ҡазаһыҙ тыныс үткәреү тураһында аңлатһын ине. Шул саҡта көтөп алынған каникулдар шатлығын бер кем дә боҙа алмаҫ”, – тип яҙа министр.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...
Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...
Самокаттан ҡолаған балала - инсульт...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: