Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2023, 07:00

Сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

Һәүкәштәрҙең үләнгә туйып, елендәре һөткә тулышҡа саҡта, тәмле сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ әле. Рецебы - түбәндәге яҙмала.

Сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!
Сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

Май майы шикелле һары ғына сыр рецебы.
Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям: ҡайҙандыр алған рецептты бер 100 ҡат әҙерләй-әҙерләй, үҙемсә рецепҡа әүерелдерҙем. Үҙегеҙ ҙә яһаған һайын оҫтара барасаҡһығыҙ.

Кәрәк буласаҡ:
-2-3 л һөт;
-1-1,5 кг эремсек;
- 3-4 йомортҡа (йорт тауыҡтарыныҡы булһа, сыр һарыраҡ була);
- 150-200 г һыйыр майы;
- тоҙ;
-ике бал ҡалағы (уртаса өйөп кенә) сәй содаһы;
- кәрәк тип тапһағыҙ - һарымһаҡ. Мин бер уртаса баш (моғайын бүлемдер) һалам.
Эш барышы:
1. Ҡалын төплө кәстрүл йә суйын ҡаҙан алаһығыҙ, 5-7 л. Минеке 7 литрлыҡ ҡаҙан.
Һөт ҡояһығыҙ.
2. Ҡайнап сыҡҡансы, өҫтө элпәләнеүгә, эремсек һалаһығыҙ.
3.Талғын утта һалмаҡ ҡына болғатаһығыҙ. Йәшел һыуы айырылып сыҡҡас, бер 3 минут тотаһығыҙ ҙа дуршлагҡа һалып һөҙәһегеҙ.
4. Эремсек һарҡыған арала, ҡаҙан төбөнә 200 г аҡ (сливочный) май һалып, эретә тораһығыҙ.
5. Дуршлагтағы эремсек өҫтөнә һарымһағығыҙҙы ҡыра торһағыҙ ҙа ярай.
6. Йомортҡаларҙы алдан яҡшылап бер һауытта бутап ҡуйығыҙ.
7. Ҡаҙандағы ирегән май өҫтөнә эремсекте һалаһығыҙ, туҡмаҡ менән (тишекле , тимер, оноттом исемен) май менән ҡатнаштырып иҙгеләйһегеҙ. Сәй содаһы һалаһығыҙ, күпереп китә.
8.Тәменсә тоҙ һалаһығыҙ. Миңә бер аҙ тоҙлораҡ оҡшай.   Бер иш массаға әйләнгәнсе талғын ут өҫтөндә дөбөр-шатыр бутарға.
9. Уттан алаһығыҙ. Йомортҡаларҙы өҫтәһегеҙ, иҙә-иҙә, тиҙ-тиҙ яҡшылап  болғатаһығыҙ.
10. Ҡуяһығыҙ талғын утҡа. 10 минутлап (күкәйҙәре бешһен) тағын талғын ут өстөндә туҡтауһыҙ иҙеп болғатаһығыҙ.
Тоҙон шулай ҙа тағы ҡабып ҡарағыҙ. Өҫтәргә һуң түгел. Мин литр ярымлы эмаль табаҡҡа һалам, ҡырҙарын салфетка менән генә көнбағыш майы менән майлайым. Сырҙы ҡубарып төшөрөргә еңел була. Целофан ҡапсыҡҡа һалырға мөмкин. Төрлө формаға керетеп була.

Фото һәм текст сығанағы: Ирина Хәмиҙуллина.

Сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!
Сырҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: