Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Өлкәндәр һөттө самалап эсһен...”

agroru.com
Фото:agroru.com

Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, һөт өлкәндәр өсөн әллә ни файҙалы аҙыҡ түгел, тип табылған, “сөнки уны самаһыҙ күпләп эсеүҙең онкология сирҙәрен һәм һаулыҡҡа ҡағылған башҡа проблемаларҙы ҡуҙғытып ебәреүе мөмкин”, тип иҫәпләй табиптар.

Улар әйтеүенсә, һөттәге эстроген ҡандағы пролактин гормонын арттыра, ә уныһы тестостерон барлыҡҡа килеүен кәметә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк шеше хәүефенә килтереүе ихтимал. Һөттәге лейцин кислотаһы күҙәнәктәрҙең бүленеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итә, тимәк, шештәр, лайлалы тиресә һәм простата(ирҙәрҙең енес биҙе шешеүе) яман шеше хәүефе бермә-бер арта.  

Тарҡалмаған лактозаның күплеге эсәклек эшмәкәрлеген боҙа, йыш ҡына метеоризм, ауыртыу, уҡшыу тыуҙыра.  Һөт аҙыҡтары кальцийҙың төп сығанағы булып тора, көнөнә бер-ике стакан һөт эсеү йәки 100 грамм сыр ашау файҙалы. Шуға күрә һөттө самалап эсеү организмға күберәк файҙа килтерәсәк, тигән һығымта яһаған белгес.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас в