Сирень сәскәһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын.
Унан яһалған майҙы дарыуханаларҙан эҙләп табырмын тимә, шуға күрә күптәр уны үҙҙәре әҙерләүҙе хуп күрә. Ә ул бихисап ауырыуҙан дауалау көсөнә эйә.
Сирень сәскәһе эфирлы майҙарға, фарнезол, фенолгликозид, сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға бай. Халыҡ медицинаһында ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш ителә.
Сирень сәскәһе – ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында һәм ҡоро көндә әҙерләнә. Улар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш әйләндереп киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана.
Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән йәки япрағынан тағы төнәтмә лә әҙерләнә. Уны бөйөр шешкәндә, унда таш барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Бының өсөн бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәгә (япраҡты) бер стакан ҡайнар һыу һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында дүрт сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да файҙалы, ти бәғзеләр.
Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майы өсөн бер литр банканы сирень сәскәһе менән тултырырға, артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға кәрәк. Банканы ҡапҡас менән яҡшылап ябып, ике көн ултыртырға кәңәш ителә. Аҙаҡ марля аша уны һөҙөп, майҙы ғына ҡалдырыу фарыз. Һуңғараҡ майҙы тағы ла ҡайнатырға һәм яңы сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға кәрәк. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, бына тигән хуш еҫле, шифалы сирень майы килеп сыға.
Ул бронхит, ангина, киҙеү кеүек сирҙәрҙән дауаланғанда бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция ваҡытында ла ҡулланалар. Тағы был май менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа яҡшы.
Күптәр, сирень сәскәләрен йыйып, үҙенсәлекле төнәтмә яһай. Мәҫәлән, өс литрлыҡ банкаға, әгәр ул ҙур булып күренһә, бәләкәйерәк һауытҡа ныҡлап атып өлгөрмәгән сәскәләрен тултырабыҙ һәм уның өҫтөнә спирт йәки араҡы ҡойоп, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. Был төнәтмә менән һыҙлаған урынды ыуһағыҙ, бер нисә көндән һуң ауыртыуҙы оноторһоғоҙ. Әммә ниндәй ҙә булһа төнәтмәне йәки майҙы файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү һәм һәр нәмәлә сама белеү талап ителә.
Айһылыу НИЗАМОВА