Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Май 2023, 22:15

Наркотиктарға ҡаршы - бергәләп!

Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар үтәсәк.

Наркотиктарға ҡаршы - бергәләп!
Наркотиктарға ҡаршы - бергәләп!

2023 йылдың майынан Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу айлығы старт алды.

Наркотиктарға ҡаршы айлыҡтың төп бурыстары - наркомания һәм наркотик енәйәтселек проблемаларына иғтибар йәлеп итеү, бәлиғ булмағандарҙың наркотик ҡулланыуҙың кире эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашыу өсөн яуаплылыҡ тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәреү; балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, балалар һәм йәштәр менән комплекслы профилактик наркотиктарға ҡаршы эш ойоштороу.

Бөгөн наркомания проблемаһы һәр беребеҙгә ҡағылырға мөмкин. Беҙ уның тураһында йышыраҡ һөйләйбеҙ, матбуғатта уҡыйбыҙ, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында наркотиктар ҡулланыу һөҙөмтәһендә булған фажиғәләр тураһында ишетәбеҙ. Көсөргәнешлек, стресс хәлдәренең артыуы, билдәһеҙлек, тотороҡһоҙлоҡ йәш быуында асоциаль тәртип формаларын – наркотик матдәләрҙе артыҡ ҡулланыуҙы тыуҙыра.

Айлыҡ барышында дөйөм белем биреү ойошмаларында үҙ һаулығына яуаплы мөнәсәбәт булдырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, бәлиғ булмағандарҙа тәмәке тартыуға, алкоголгә, наркотиктар ҡулланыуға кире мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү әңгәмәләре, тренциялар, тренингтар үткәреү планлаштырыла. Уҡыусыларға наркотиктарға ҡаршы видеороликтар һәм фильмдар күрһәтеләсәк.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында медицина ойошмаларының амбулатор-поликлиника бүлексәләрендә бушлай, аноним консультациялар һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр, шул иҫәптән табип-психиатр-нарколог һәм медицина психологы консультациялары биреү маҡсатында “Асыҡ ишектәр көнө” акцияһы үтәсәк, китап күргәҙмәләре, наркотиктарға ҡаршы тематикаға мәғлүмәт стендтары ойоштороласаҡ. Мәғлүмәт-танып белеү әңгәмәләрен үткәреү планлаштырыла.

Тикшереү һәм рейд саралары наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге енәйәттәрҙе һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, туҡтатыу өсөн бәлиғ булмағандарҙың күпләп йәшәгән урындарында үтәсәк.

2023 йылдың 26 июнендә билдәләнгән халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған бөтә саралар мәғариф һәм йәштәр ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары, иҫкәртеү субъекттары менән берлектә ойошторола.

Наркотиктарға ҡаршы айлыҡ сиктәрендә 8 (347) 266-03-88 телефоны буйынса сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 20.00-гә тиклем “Ышаныс телефоны” эше ойоштороласаҡ.

Айлыҡ саралары 2023 йылдың 1 июленә тиклем үткәреләсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: