

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республика кардиология үҙәгендә үҙ эшен яратҡан, һәләтле табиптар эшләй. Был медицина ойошмаһынан Әлфиә Хужина “Иң яҡшы кардиолог” номинацияһында беренсе урын яуланы. Ул 1990 йылда был үҙәктә ординатура үткән һәм ошонда уҡ эшләргә ҡалған. Йыл һайын ул 4500 тирәһе кешене дауалай һәм кәңәштәрен бирә. Район-ҡалаларға ла сығып эшләй табибә, йылына кәм тигәндә биш төбәктә була. Былтыр Әлфиә Әбделҡадир ҡыҙы Луганск Халыҡ Республикаһына барҙы. Унда ул Красный Луч ҡалаһының 1480 кешеһенә консультация үткәрҙе.
Фото: bashcardio.ru/news/3267/