Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.
- С витамины һалҡын тейеүҙән һаҡлаймы? Ул иммунитетты нығыта, әммә һеҙҙе киҙеүҙән һаҡламаясаҡ.
- Кеше мейеһенең 10 проценты ғына көндәлек эшмәкәрлектә файҙаланыла. Ысынлап та, кеше мейеһенең ҡайһы бер зоналары тураһында әлегәсә билдәле түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, уларҙың һәр береһе тормош өсөн бик мөһим функцияларҙы үтәй.
- Һыуҙы ни тиклем күберәк эсһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ, тиҙәр. Ысынлап та, шулаймы?
Аҙыҡ-түлектең байтағында, айырыуса еләк-емештә һәм йәшелсәлә һыу миҡдары күп. Эскегеҙ килмәһә, көсләп шыйыҡлыҡ ҡулланырға ярамай – бөйөрҙәрегеҙгә зыян килтереүегеҙ ихтимал.
- Стрестан сәстәр саллана, тиҙәр. Ғәмәлдә ғалимдар нервы көсөргәнешлегенән сәстәрҙең ағарыуын иҫбатлай алмай. Бөтәһе лә кешенең гендарына бәйле.
- Тир тәндән токсиндарҙы сығарамы? Тирләү арҡаһында организм һыуына. Тир составында тоҙ, һыу, электролиттар бар, ә токсиндарҙың бер ҡатнашлығы ла юҡ.
- Насар яҡтыртылған бүлмәлә уҡыу күреү һәләтен боҙамы? Ҡояш йәки лазер нурҙарының күреү һәләтенә зыян килтереүе ихтимал. Яҡтылыҡтың етешмәүенән күҙҙәр көсөргәнеш кисерә, арый, әммә күреү һәләте кәмемәй.
- Алкоголь мейе күҙәнәктәрен зарарлаймы? Алкоголь тәьҫире һөҙөмтәһендә мейе эшмәкәрлеге бер аҙ һүлпәнәйә. Көслө эсемлектәр тоташтырғыс туҡыманың күҙәнәктәрен зарарлай, әммә кеше мейеһе яңынан тәүге хәленә ҡайтыу һәләтенә эйә.
- Шоколад ашаһаң, биткә һытҡы сығамы? Һытҡы сығыуҙың сәбәптәре ифрат күп, шулай уҡ косметика, ныҡ тирләү, артыҡ дымлылыҡ һөҙөмтәһендә лә кешенең ошо сирҙән яфаланыуы бар.
- Ҡәһүә айныҡтырамы? Алкоголь организмдан тулыһынса сығарылған хәлдә генә кеше айныға. Ә кофеин бары мейене “алдаштыра”.
- Яман шештән һауығыу сараһы юҡмы? Онкология 150-нән ашыу шеш төрҙәрен үҙ эсенә ала. Һәр береһенең үҙ дауалау ысулдары бар. Шулай булғас, яман шешкә ҡаршы аныҡ ҡына тәғәйен дарыуҙың булыуы мөмкин түгел.
- Шәкәр – кариестың төп сәбәбе, тип раҫлау дөрөҫмө? Бында сәбәп шәкәрҙән бигерәк уның теш эмаленә тәьҫиренең оҙайлылығында. Татлы аҙыҡ ашағандан һуң ауыҙығыҙҙы сайҡатырға онотмағыҙ.
- Һалҡын тейгәндә туңдырма ашау сирҙе көсәйтәме? Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, һөт ризыҡтары лайла бүленеүен көсәйтмәй. Киреһенсә, тамаҡты тынысландыра, һалҡын тейеүгә ҡаршы көрәшеү өсөн энергия бирә. Быны ғалимдар күптән иҫбатланы.
- Алкоголь йылытамы? Юҡ, йылытмай, ә ҡан тамырҙарын киңәйтә. Кеше тәү ҡарамаҡҡа үҙен йылынғандай тоя, тик был тойғо бик тиҙ үтә.
- Майлы аҙыҡ-түлек һимертәме? Сәбәп майҙа түгел, ә ашаған калория миҡдарында. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, файҙалы майҙар ҡулланылған диеталар сәләмәтлекте яҡшыртыуға йоғонто яһай.
- Антибиотиктар киҙеүҙе дауалаймы? Был – йыш осраған яңылыш фекер. Антибиотиктар бактерияларҙы үлтерә, ә вирустарға тәьҫире юҡ.
- Йомортҡала холестерин күпме? Быны ҡиммәтле аҙыҡҡа “яла яғыу” тип атарға булыр ине. Йомортҡа – антиоксиданттар, витаминдар һәм зарарһыҙ холестерин хазинаһы.
Кәримә УСМАНОВА