Сәләмәт булайыҡ
2 Июнь 2023, 11:48

Йоҡо ҡасмаһын тиһәгеҙ...

persomed.com.persomed.com.
Фото:persomed.com.

Йоҡоһоҙлоҡ – заман сире. Көсөргәнешле тормош, эштәге стресс, урамдағы шау-шыу нервы системаһын шул дәрәжәлә ярһыта, йоҡларға ятҡас та, кеше ҡапыл ғына көндөҙгө кисерештәренән арына алмай, мейелә туҡтауһыҙ кәрәкмәгән уй ҡайнаша. Шуға ла беҙ нығыраҡ арыған һайын, тиҙ йоҡлап китә алмай йонсойбоҙ.

Йоҡо дарыуы, тыныслан­дырғыс төймәләр эсергә ашыҡмағыҙ. Йылымыс һыу менән йыуынып алығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы һалҡынса һыу менән сайҡағыҙ. Төнгө кейе­мегеҙ ябай туҡыманан киң итеп тегелгән булһын, бер урында ла тәнегеҙҙе ҡыҫып тормаһын. Салҡан ятығыҙ, быуындарығыҙҙы йомшар­тығыҙ. Йөҙөгөҙҙәге көсөргә­нешле мимиканан ҡотолоғоҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ, башығыҙ ауырая бара икән, тип хис итегеҙ, күҙегеҙҙе йомоғоҙ һәм бер нисә тапҡыр үҙегеҙгә “йоҡларға!” тигән фарман бирегеҙ. Йоҡоға ҡаршыла­шырға маташығыҙ, әммә күҙҙә­регеҙҙе асмағыҙ, кәүҙә торошон үҙгәртмәгеҙ. Аҙна-ун көндән мендәргә башығыҙ тейеү менән татлы йоҡоға талырһығыҙ.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас