

Рәсәйҙә тәүге ауыл хосписын асҡан табип Ишмырҙа Һиҙиәтов Әбйәлил районында ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес ине. Медицина фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, хирургия, онкология буйынса күп фәнни эштәр авторы Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтовҡа ошо көндәрҙә 90 йәш тулыр ине.
Ошо уңайҙан Әбйәлил районында ике көн дауамында Башҡортостан Республикаһы хирургтары ассоциацияһы һәм БР онкологтар йәмғиәте Рәсәйҙә тәүге булып ауыл ерендә хоспис асҡан билдәле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовтың 90 йыллығына арналған күсмә фәнни-ғәмәли конференция булды. Тәүҙә мәртәбәле ҡунаҡтар Салауат ауылында Ишмырҙа Хәйернур улына асылған мемориалға сәскә һалды, уның музейын ҡараны һәм хоспис эшмәкәрлеге менән танышты. Артабан улар район мәҙәниәт йортонда үткән фәнни-практик конференцияла ҡатнашты.
Республиканың алдынғы хирургтары район дауаханаһында юғары технологиялы медицина ҡорамалдары ярҙамында операция эшләне. Хирургия, колопроктология һәм урологияла аҙ тишемле лапароскопик операциялар эшләтер өсөн артабан сирлеләргә ҡайҙалыр ситкә йөрөргә тура килмәйәсәк.
Асҡар район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров белдереүенсә, бындай конференциялар саҡырылған эксперттарҙың лекцияларын ғына тыңлау түгел, ә күпме яңы кешеләр менән аралашыу, фекер алышыу, киләсәккә пландар ҡороу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора.
Фото: "Осҡон" гәзите.