Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2023, 15:00

Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә

Бала сағынан медицина өлкәһендә эшләргә хыялланған Альбина Килдейәрова.

Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә

Табиптың уң ҡулы булған, һаулығыбыҙҙы нығытыуға ҙур өлөш индергән һөнәр эйәләре бар. Улар – шәфҡәт туташтары. Аҡ халатлы, оло йөрәкле, шәфҡәтле “фәрештәләр”, тип йөрөтәләр уларҙы. “Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған, 18 июндә билдәләнәсәк Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста ла тап ошо һөнәр эйәләре – шәфҡәт туташтары ҡатнаша. Уларҙың төп маҡсаты – халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, киҫкен сирҙәрҙе булдырмау өсөн прививкалар эшләү һәм башҡалар. Беҙ улар менән һеҙҙе таныштырасаҡбыҙ.

Альбина Наил ҡыҙы Килдейәрова – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация (нейрореанимация) бүлексәһендә шәфҡәт туташы. Ул 1998 йылдың 28 июлендә Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында тыуған. XI класты тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт медицина университетының колледжына уҡырға ингән. Уны тамамлағандан һуң, Башҡортостандың төп дауаханаларының береһенә – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация (нейрореанимация) бүлексәһенә эшкә төшкән. Эше яуаплы, әммә ҡыҙ белемен тағы камиллаштыру маҡсатында 2020 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” факультетына уҡырға ингән. Шулай итеп, уңған, етеҙ Альбина бер юлы шәфҡәт туташы булып эшләп тә, уҡып та өлгөрә.

Гөлсәсәк менән Наил Килдейәровтарҙың уңған ғаиләһендә тәрбиәләнгән Альбина – үҙенән бәләкәйерәк туғандарына ла өлгө. Әйткәндәй, татыу ғаиләлә дүрт бала үҫә. Альбинаның һеңлеһе Лена Өфө ҡалаһындағы Статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын тамамлаған. Хәҙер ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем ала.  Ә ҡустылары Нил, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында IX класты тамамлап, Сибай ҡалаһының педагогия колледжында уҡып йөрөй. Бәләкәстәре Фәнүс ауылдағы мәктәптә II класта белем ала.

Бала сағынаен медицина өлкәһендә эшләргә теләгән Альбинаға конкурста ғына түгел, эшендә лә, уҡыуында ла уңыштар теләйек. Уның өсөн тауышыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ.

Фотолар: Альбина Килдейәрованың шәхси архивынан.

Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: