Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2023, 03:00

Ә мин уның майын ҡулланам

Йәй яңы сыҡҡанынан, ҡыш туңдырылғанынан үҙем яһайым. Ул былай эшләнә.

Ә мин уның майын ҡулланамӘ мин уның майын ҡулланам
Ә мин уның майын ҡулланам

Бәпембәнән май яһау сере менән Өфө ҡалаһынан Венера апай таныштыра.

“Бәпембә ваҡыты үтеп китеп тә бара. Ауыл ерендә уны ҡулланыуға йыйыу өсөн һуң түгел әле, июндең 10-дарына тиклем мөмкин. Таҙа ерҙә, автомобиль юлдарынан алыҫта үҫкән сәскәне ҡояшлы көндә генә йыйырға кәрәк.

Үҙем уның сәскәһенән бал яһап алам. Үҙем яһаған майын да ҡулланам.

Май былай әҙерләнә: ярты килограмм тирәһе бәпембә сәскәһен йыумайынса литр ярымлыҡ быяла банкаға һалам, өҫтөнә 1 литр сифатлы һыуыҡлай һығылған үҫемлек майы ҡоям. Ул өҫтөнә сығырға тейеш. Һауыттың ауыҙын марля менән ҡаплап, өс аҙнаға йылы, яҡты урынға ҡуям. Сәскәләр һоро төҫкә ингәс, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп алам. Әҙер майҙы ҡара быяла банкала ҡараңғы һәм һыуыҡ урында һаҡларға кәрәк.

Был майҙы быуындар һыҙлағанда, артрит, подагра, баш ауыртҡанда ҡулланам”.

Килешеү-килешмәү буйынса табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: anhealth.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас