Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2023, 13:00

Салатҡа үҙенсәлекле тәм бирә

Апайым өҫтәлгә помидор менән ҡыярҙан салат ҡуйған ине. Йәшел һуғандан тыш, ниндәйҙер үлән барлығын аңғарып, "Руккола ҡуштыңмы әллә?" - тип һорап ҡуйҙым. "Уныһы нимә була ул? Бәпембә япрағы бит был", - тип көлдө ул.  

Салатҡа үҙенсәлекле тәм бирә
Салатҡа үҙенсәлекле тәм бирә

Күптән түгел ике туған апайыма картуф сәсешергә барҙыҡ. Эш бөткәс, тәмләп тороп, аш ашап, сәй эстек.

Өҫтәлгә помидор менән ҡыярҙан салат та ҡуйған ине. Йәшел һуғандан тыш, ниндәйҙер үлән барлығын аңғарып, "Руккола ҡуштыңмы әллә?" тип һорап ҡуйҙым. "Уныһы нимә була ул? Бәпембә япрағы бит был", - тип көлдө. Баҡтиһәң, яҙғыһын бәпембә баш ҡалҡытыу менән ошолайтып йәшелсә салаттарына бөпембә япрағы ҡуша башлай икән. "Йәшерәк япраҡтарын алып, йыуып ҡушһаң, үҙенсәлекле тәм бирә, файҙаһы ла күп. "ЗОЖ" журналында уҡығайным ҡасандыр", - тип аңлатты. 

Бәпембә япрағы гепатиттан дауалай, холестеринды кәметә, аппетитты яҡшыртыу өсөн бик һәйбәт сара. 

Дерматиттан ҡотолоу өсөн бәпембә япрағын ҡайнар һыуға тығып алып, тиренең боҙолған урынына һалалар. Көн дауамында бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

Фото: novyefoto.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: