

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы Фәриҙә Сәлимйәнованың даны бар республикаға таралған.
Ул ҡул эштәренә генә оҫта түгел, шулай уҡ баҡса үҫтереү буйынса ла уға тиңләшеүселәр юҡтыр. Аш-һыуға ла маһир. Ошо көндәрҙә Фәриҙә Сәлимйәнова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ят ризыҡ әҙерләп, уны фотоға төшөрөп һалды. "Тәлге бешерҙем, кем белә? Нимә ул?" - тигән ҡыҙыҡтырырлыҡ һорау ҙа яҙған.
Ысынлап та тәлге нимә ул? Һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе яҙып үтһәгеҙ ине.
Ә Фәриҙә апай: "Картуф һымағырак,ҡаймаҡҡа болғап ашаныҡ", - тип бер аҙ асыҡлыҡ та индергән.
Фото: Фәриҙә Сәлимйәнова.