Сәләмәт булайыҡ
5 Июнь 2023, 10:00

Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул

Ейәнсура ҡыҙы Нурзилә Ишмөхәмәтова 50 километрҙан ашыу арауыҡтағы яратҡан эшенә, машинала елдәй елдереп, ашҡынып бара. 

Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған улЭшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул

Ер йөҙөндә ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Уларҙың һәр береһе иғтибар-хөрмәткә лайыҡ. Әммә шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәренән, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге конкурста ҡатнашҡан шәфҡәт туташтарынан тыш, йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Һыҙланыуҙарҙы баҫыу өсөн укол ҡаҙаумы, капельница ҡуйыумы, һаулыҡты нығытыу өсөн башҡа әмәлме - күҙ төбәп уларға барабыҙ.

Тағы шуныһы: һәр кем медицина хеҙмәткәре, айырым алғанда, шәфҡәт туташы була алмай. Ниндәй генә хәл булмаһын, уларҙан аныҡлыҡ, етеҙлек, таһыллыҡ кеүек сифаттар талап ителә. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тигәндәй, улар һәр пациенттың хәлен йылы һүҙ менән дә яҡшыртырға ынтыла. Сығышы менән Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан булған Нурзилә Юныс ҡыҙы Ишмөхәмәтова – Республика клиник наркология диспансерында өлкән шәфҡәт туташы. Ул тап ошо һөнәрҙе һайлауына һис тә үкенмәй. Үҙ эшен бик яратып башҡара. Өҫтәүенә, ғаиләһенән дә уңған ул. Ире Таһир – шулай уҡ сығышы менән Ейәнсура районының Әлебай ауылынан – ныҡлы терәге һәм таянысы. Балалары Гөлсинә менән Заһир ҙа үҙҙәренең яратҡан һөнәрҙәрен тапҡан һәм бына тигән ғаилә ҡорған, күптән инде айырым йәшәйҙәр.  Ейән-ейәнсәрҙәре бәхетенә төрөнөп йәшәй Нурзилә Юныс ҡыҙы.

Эшендә лә лайыҡлы баһалайҙар: фиҙакәр хеҙмәте маҡтаулы грамоталар менән баһаланған. Шулай, 50 километрҙан ашыу арауыҡта ятҡан яратҡан эшенә, машинала елдәй елдереп, ашҡынып бара һәм үҙен көткән ире янына ҡыуанып ҡайта шәфҡәт туташы. Тағы ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла?! Йәшәү йәмен яратҡан эшендә һәм ғаиләһенлә тапҡан ул!

Нурзилә Юныс ҡыҙы өсөн тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ һәм комментарийҙар яҙайыҡ.

 

Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған ул
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас