Сәләмәт булайыҡ
6 Июнь 2023, 04:00

Биш йәшлек малай ҙур һынауҙы үткән...

Тән тартышыу өйәнәге көнөнә биш-алты тапҡыр ҡабатланған, өҫтәүенә ауыр сир телмәр үҫешен тотҡарлаған...

Биш йәшлек малай ҙур һынауҙы үткән...Биш йәшлек малай ҙур һынауҙы үткән...
Биш йәшлек малай ҙур һынауҙы үткән...

Өфөлә республика балалар клиник дауханаһы табиптары биш йәшлек балаға ҡатмарлы микрохирургик операция яһаған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Өс йәштән алып сабый неврологтар күҙәтеүендә булған һәм ҡорошҡаҡ тотоуға ҡаршы терапия алған. Тән тартышыу өйәнәге көнөнә биш-алты тапҡыр ҡабатланған, өҫтәүенә ауыр сир телмәр үҫешен тотҡарлаған. Магнит-резонанс томографияһы ярҙамында белгестәр баш мейеһендәге тайпылыштарҙы асыҡлаған. Федераль үҙәктәрҙә малайҙы киләһе йылға ғына операцияға сиратҡа ҡуйғандар, сөнки ауырыуҙар күп, көсөргәнеш юғары. Башҡортостан табиптары операцияны үҙҙәре башҡарырға тәүәкәлләгән.

–Операция уңышлы үтте, тән тартышыуы күҙтелмәй.Үткән аҙнала малайҙы өйөнә оҙаттыҡ, – тип һөйөнөсөн белдергән ведомство етәксеһе. Ғаиләгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас