Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июнь 2023, 13:00

Эремсекле бәрәмәс

Кесе йома тәмлекәстәр бешереп, өйөгөҙгә таба еҫе сығарып алығыҙ

Эремсекле бәрәмәс
Эремсекле бәрәмәс

Эремсекле бәрәмәс (ватрушки) әҙерләү өсөн ҡамырына бер йомортҡа, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты ҡап ванилле шәкәр, бер семтем тоҙ, 250 мл һөт, 500-550 гр он, бер аш ҡалағы ҡоро әсетке, 80 гр аҡ май алына.


Эслек өсөн 500 гр эремсек, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, бер йомортҡа, ярты ҡап ванилле шәкәр кәрәк була.
Бәрәмәстең өҫтөн һылау өсөн бер йомортҡаға бер аш ҡалағы һөт ҡойоп туҡыр кәрәк.
Башта йомортҡаны шәкәр, ванилле шәкәр һәм тоҙ менән туҡып алабыҙ. Унан йылы һөт ҡойоп болғатабыҙ. Ондо ҡоро сүпрә менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә аҙлап алдан әҙерләгән иҙмәне ҡоябыҙ һәм яҡшылап ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ иретелгән аҡ май менән ҡамырҙы тысҡыйбыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ.


Был ваҡытта эремсекте йомортҡа, шәкәр һәм ванилле шәкәр менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы баҫҡылап алабыҙ ҙа, ҙур булмаған шарҙар әүәләйбеҙ һәм әҙер майлы формаға теҙәбеҙ. Уның бер аҙ күтәрелгәнен көтәбеҙ.


20 минут тирәһе үткәндән һуң "шарҙарҙың" уртаһын баҫып соҡор яһайбыҙ һәм эремсек ҡатнашмаһын һалып сығабыҙ. Өҫтөнә һөтлө йомортҡа иҙмәһен һөрткәндән һуң йәнә 10 минут тирәһе көтәбеҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минутҡа яҡын ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ.
Бешкән бәрәмәстәрҙе һыуытҡандан һуң табынға ултыртабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: