Сәләмәт булайыҡ
9 Июнь 2023, 12:05

Йүгерә башларһығыҙ!

Мин дә уйламағанда шул бәләгә тарыным. Тупһанан күтәреләм – аяҡ ауырта, төшәм – йәнә һыҙлай. Арыу ғына йәшенә ҡарамаҫтан, йүгереп йөрөгән инәй был ауыртыуҙан ҡотолоу юлын өйрәтте.

Биш ҡағыҙ пакет ҡәнәфергә 100 грамм араҡы йә спирт ҡояһың. Ул ҡарағусҡыл төҫкә инһә – әҙер. Шуны һыҙлаған тубыҡтарға һөртәһең дә өҫтөнә шыптыр ябаһың. Көн һайын, ауыртыу баҫылғанға тиклем. Ә ул тиҙ баҫыла. Тупһанан йүгереп менеп-төшә башларһығыҙ.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас