Сәләмәт булайыҡ
9 Июнь 2023, 14:00

Яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдылар

Ишембай үҙәк район дауаханаһы табиптары бик ауыр операция яһаған.

Яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдыларЯугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдылар
Яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдылар

Ишембай район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов белдереүенсә, «Гелик» ҡушаматлы яугир артиллерия уты аҫтында ҡалған. Өс ай Белгород һәм Мәскәү госпиталдәрендә дауаланған. Өйөнә ҡайтҡас, уға урындағы табиптар операция эшләгән.

Әле "Гелик" реабилитация үтә. Хәле ҡәнәғәтләнерлек. Табиптарыбыҙға тулыһынса ышанам, тыуған районымда операция үткәрергә ризалаштым, ти ул. Яралы яугиргә табип-хирургтар Денис Хәлимулла улы Камалов һәм Илнур Әхмәт улы Хөсәйенов операция эшләне. Тиҙ арала һауығып сығыуығыҙҙы теләйем һәм табиптарға ҙур рәхмәт!» - тип яҙған Ишембай районы етәксеһе.

Фото: "Башинформ"

Яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдылар
Яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алдылар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас