Сәләмәт булайыҡ
16 Июнь 2023, 10:58

Ҡояш – беҙҙең дуҫ!

Detkisuper.ruDetkisuper.ru
Фото:Detkisuper.ru

Урамда – көтөп алған йәй. Ҡояшта күберәк булғы, уның йылы нурҙарына ҡо­йон­ғо килә. Ҡояш ваннаһы тәндәге микробтарҙы кә­метә, организмдың яҡлау­сы көстәрен арттыра. Тик һәр эштә сама кәрәк, тип иҫкәртә табиптар. 

Айырыуса тура төшкән ҡайнар ҡояш нурҙары сәләмәтлек өсөн зарарлы (11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем). Ҡояш нурында оҙаҡ тороу баш ауыртыуға, көн һуғыуға килтереүе ихтимал. Балаларҙың мотлаҡ баш кейеме кейеүенә иғтибар итегеҙ. Әгәр балаға көн тейһә, уны йәһәт кенә күләгәле ергә индереп ятҡырығыҙ, һалҡын һыу эсерегеҙ, маңлайына еүеш салфетка һалығыҙ. Ҡояш менән дуҫлаша белһәгеҙ, уның шифалы нурҙарының файҙаһы оҙаҡҡа етер.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас