Сәләмәт булайыҡ
16 Июнь 2023, 10:55

Шифалы дарыуҙар түтәлдә үҫә

7Dach7Dach
Фото:7Dach

Баҡсағыҙ аллы-гөллө сәскәләре, йәшелсә, еләк-емеше менән генә түгел, шифалы үләндәре менән дә һеҙҙе  шатландырһын. Дарыуҙарҙы түтәлдә лә үҫтереп була, тип иҫәпләй белгестәр.

Мәҫәлән, баҡса биләмәһендәге юлдарҙы һәм беседкаларҙы әкиәт донъяһына әйлән­дергән, ут-ялҡындай балҡыған ҡыҙыл, һары төҫтәге настурциялар кемгә оҡшамаһын! Өҫтәүенә, улар файҙалы, ҡабаҡ, ҡыяр, фасоль эргәһенә яҡын ултыртһағыҙ, сәскәнең һуҙылып үҫкән һабаҡтары япраҡ ашаусы бөжәктәрҙе ҡурҡытыр. Йәй аҙағына тиклем ул һеҙҙе матур сәскәләре менән ҡыуан­дырыуҙан тыш, ҡышҡылыҡҡа киптереп әҙер­ләнгән япрағы һәм сәскәһе күп сирҙән дауалар.

Настурция байтаҡ шифалы үҙенсәлектәре менән дан алған: йөрәк-ҡан тамырҙары һәм гипертония сирҙәрен дауалау, эсәклек эшмәкәрлеген көйләү, тире сирҙәрен, бронхит, тән бешеүен еңеләйтеү өсөн файҙаланыла. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм гипертония сирҙәрен дауалау өсөн шундай төнәтмә яһап ҡарағыҙ: өс аш ҡалағы ваҡланған сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтегеҙ, аҙаҡ һөҙөгөҙ. Ашауҙан 15 минут алда ике ҡалаҡлап көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсегеҙ. Дауалау курсы – бер ай. Бронхиттан дауаланыу өсөн дә яҡшы сара. Ваҡланған ун грамм япраҡты бер литр ҡайнар һыуҙа 10 минут төнәтегеҙ. Ярты стаканлап көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ. Ғәҙәттә, өс-биш көндән һуң йүтәл бөтә.

Баҡсала үгәй инә үләнен үҫтерһәгеҙ, йыш йонсотҡан һалҡын тейеүҙән ҡотола алаһығыҙ. Был үлән ҡар иреп бөтөү менән тәүгеләрҙән булып ҡалҡып сыға. Ғәҙәттә, уның япраҡтарын июнь-июль айҙарында йыялар. Өҫкө тын алыу юлдары сирҙәрен дауалауҙа уңышлы файҙаланыла. Йоғошһоҙландырыу, ялҡын­һыныуға ҡаршы тороу үҙенсәлеге бар. Тире сирҙәрен, шештәрҙе, тән бешеүҙе дауалау, сәстәрҙе нығытыу өсөн дә үгәй инә үләненең төнәтмәһе һәм ҡайнатмаһы ярҙам итә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас