

Йәшелсәне һәм йәшел тәмләткестәрҙе ни өсөн көн дә ҡулланырға кәрәк? Белгестәр раҫлауынса, уларҙа алмаштырғыһыҙ нутриенттар ифрат күп: аскорбин кислотаһы, каротин, флавоноидтар. Тап йәшелсәләр аҙыҡ епсәләренә, витаминға һәм микроэлементтарға бай.
Аҡһым уларҙа юҡ тиерлек, майҙар, хлор һәм натрий бик түбән кимәлдә. Һыуға һәм күҙәнәкле туҡымаға бай, аҙ калориялы булыу сәбәпле, йыш ҡына ябығыу өсөн төрлө диеталарҙа ҡулланалар. Йәшелсә менән бергә организмға биологик әүҙем матдәләр инә. Улар үҙ йәһәтендә ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә яҡшы тәьҫир итә. Үҫемлектәр – хлорофилл сығанағы, ә был антиоксидант әүҙемлегенә эйә булыуҙы аңлата. Ҡайһы бер органик кислоталар (мәҫәлән, шпинаттағы, сөгөлдөрҙәге, ҡуҙғалаҡтағы кислота) кальций, магний һәм башҡа минералдарҙың үҙләштерелеүен кәметә, улар менән бергә иремәй торған тоҙҙар (оксалаттар) барлыҡҡа килтерә. Айырым шарттарҙа бәүел ташы ауырыуына юлыҡтырыуы ихтимал, ти табиптар.
Йәй – йәшелсә һәм йәшел тәмләткестәргә бай миҙгел. Уларҙы сауҙа нөктәһенән һатып алған осраҡта, йәшелсәнең тышҡы формаһына иғтибар итеү менән сикләнмәгеҙ, ҡайҙа үҫтерелеүе хаҡында ла ҡыҙыҡһынығыҙ, сөнки микробиологик һәм химик күрһәткестәр буйынса һаулыҡ өсөн зарарлы булыуы мөмкин. Йәшел тәмләткестәрҙең һәм йәшелсәнең сальмонелла, листерия, гельминт ҡарышлауығы, лямблий һәм башҡа бактерия, вирус һәм паразиттар менән зарарланған булыуы ихтимал.
Белгестәр әйтеүенсә, көндәлек туҡланыу рационында 400 грамға яҡын йәшелсә булыуы яҡшы. Эшкәртелгән саҡта аҙыҡтың ҡиммәте, тәм сифаты үҙгәрә, әлбиттә. Ә картуф, ҡабаҡ, баклажан кеүек йәшелсәне бешереү блюдоның тәм сифатын, үҙләштерелеүен яҡшырта ғына. Тик кишер, редис, ҡыяр, борос, петрушка, әнис кеүек йәшелсәне эшкәртмәү, йәғни сей көйө файҙаланыу яҡшыраҡ, сөнки уларҙың тәбиғи составы үҙгәрә.
Динә АРЫҪЛАНОВА