

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Айһылыу Шәһит ҡыҙы Кулаева – Өфө ҡалаһы Дим поликлиникаһы 1-се терапия бүлексәһендә шәфҡәт туташы.
Ул Йылайыр районының Анновка ауылында тыуып үҫкән. Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында белем алған. Ошо уҡ өлкәнең Гостеприимный ҡасабаһында ҡарттар йортонда диета шәфҡәт туташы булып эшләгән. 2017 йылда ул Өфө ҡалаһына йәшәргә һәм эшләргә күскән. Әле ул - участка шәфҡәт туташы.
Айһылыу Шәһит ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ.
Фотолар: Айһылыу Кулаеваның шәхси архивынан.