Сәләмәт булайыҡ
18 Июнь 2023, 03:00

Сәйгә йөҙөмлө кекс бешерәйек

Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы тәмлекәстәр менән һыйлап алығыҙ!

Сәйгә йөҙөмлө кекс бешерәйекСәйгә йөҙөмлө кекс бешерәйек
Сәйгә йөҙөмлө кекс бешерәйек

Йәй көндәрендә табынға еңел генә әҙерләнгән тәмлекәстәр бешереү уңайлы. Был юлы беҙ һеҙгә йөҙөм менән кекс рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Уның өсөн бер стакан ҡаймаҡ (магазиндыҡы), бер  стакан шәкәр, ике-өс йомортҡа, бер стакан он, бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), бер  стакан йөҙөм кәрәк.

Әҙерләү

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе бутайбыҙ. Шунан ҡаймаҡ, ҡабартҡыс, әҙләп кенә он ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманың яртыһын формаға һалабыҙ һәм өҫтөнә алдан йыуылған йөҙөмдө һалабыҙ, аҙағынан ҡалған ҡатнашманы өҫтәп ярты сәғәткә бешерергә ҡуябыҙ.

Сәйҙәрегеҙ  - тәмле, кексығыҙ татлы булһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас