Сәләмәт булайыҡ
23 Июнь 2023, 09:53

Ҡатын-ҡыҙ күпме һыу эсергә тейеш? Ә ир-егет...

fashionwomensclub.comfashionwomensclub.com
Фото: fashionwomensclub.com

Кеше организмының 70 проценты һыуҙан торғанлығын һәр кем, хатта бәләкәстәр ҙә белә.

Тик һәр ғәмәлдә сама кәрәк тигәндәй, һыу эскәндә ошо һүҙҙәр хаҡында оноторға ярамай, хатта ныҡ эҫе ваҡытта ла. Юғиһә, ул күп булғанда, бөйөргә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына өҫтәмә ауырлыҡ төшә, ул юҡ икән, хатта кеше ғүмере өҙөлә. Әйткәндәй, кеше олоғайған һайын организмда һыу миҡдары кәмей. Ҡартлыҡ – ул тән туҡымаларының һыуҙы тотҡарлау мөмкинлегенең түбәнәйеүе һөҙөмтәһе. Шуның өсөн дә һыу эсеү ҡағиҙәһен күҙәтеү бик мөһим.

Эсәр һыу шишмә йәки фильтрҙан үткәрелгән, газһыҙ, бер аҙ йылы булһын. Минераль һыу эсеү менән мауығырға ярамай. Составында тоҙҙар булған һыуҙы даими эскәндә бөйөргә ҡом-таш ултырыу һәм тоҙ алмашыныу процесының боҙолоуы ихтимал, шуға уны табип күрһәтмәһе буйынса ғына ҡулланығыҙ. Алкоголле эсемлек һәм ҡәһүә организмға файҙа килтермәй, киреһенсә, һыуҙы ҡыуып сығарыуға булышлыҡ итә. Консерва­ланған, төрлө газлы, шәрбәтле һуттарҙа шәкәр күп, шуға улар урынына йәшел сәй, еләк-емеш, үлән, имбирь төнәтмә­һе эсеү яҡшы, организмдың өстән бер өлөшөн ошо эсемлектәр менән тулыландырырға мөмкин.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙға тәүлегенә – 2-2,5 литр, ә ир затына унан да күберәк һыу эсеү зарур. Тик уны көн дауамында тигеҙ өлөштәргә бүлеп ҡулла­нырға кәрәк. Тәүге стакан һыуҙы иртәнге аштан ярты сәғәт алда эсеү мөһим. Ашаған мәлдә аҙыҡты йотоу еңелләшһен өсөн ярты стакан һыу етә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас