Сәләмәт булайыҡ
23 Июнь 2023, 09:54

Боланут

vedtver.ruvedtver.ru
Фото:vedtver.ru

Халҡыбыҙ болануттың файҙаһын элек-электән белгән. Уның сәскәһен дә, япрағын да, тамырын да төрлө сирҙән дауаланыу өсөн ҡулланғандар.

Белгестәр был үлән ҡанды яңыртыуға, тамырҙарҙы нығытыуға, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә, тип белдерә. Яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итеүе арҡаһында уны ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланыусыларға тәғәйенләйҙәр. Тағы эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, ҡан баҫымын көйләй, яман шеш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә.

 Болануттағы С витамины, каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай. Тағы был шифалы үләндән “ирҙәр сәйе”н әҙерләйҙәр, сөнки ул енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простата ауырыуҙарын дауалауҙа булышлыҡ итә. Оҙон ғүмер серен асырға теләүселәрҙең дә боланут сәйенән өҙөлмәүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас