

Фиҙакәр хеҙмәт иткән һәр кем дан-хөрмәткә лайыҡ. Улар араһынан бурыстарын намыҫ менән атҡарған, меңәрләгән кешенең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарған, һаҡлаған, бихисап сирҙәрҙән ҡурсалаған һәм уларҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларын күргән медицина хеҙмәткәрҙәре менән ғорурланабыҙ.
Бөгөн табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, фельдшерҙарҙың, ғөмүмән, кеше ғүмере өсөн көрәшкәндәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пандемия осоронда, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, ирекмән табиптарҙың күрһәткән эше оло маҡтауға һәм ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән юғары һөнәри оҫталыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә. Ошо хаҡта бөгөн Өфөләге Колонналар залында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы үткәрелгән сарала әйтте. Ул наградланыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте исеменән байрам айҡанлы ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Азамат Фәрит улы Луганск Халыҡ Республикаһында һигеҙ айлыҡ командировкала булғайны. Унда эшләгән табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтарыбыҙ һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәребеҙ мөһим ролен билдәләне. Ул шулай уҡ был тармаҡ хеҙмәтенең үҙенә яҡшы таныш икәнлеге, сөнки ҡәҙерле әсәһенең тап медицина өлкәһендә илле йылға яҡын эшләүе хаҡында әйтте.
– Барыһын да үҙегеҙ, йөрәгегеҙ аша үткәрәһегеҙ, борсолаһығыҙ һәм ябай булмаған шарттарҙа эшләйһегеҙ, тырышаһығыҙ - тине Азамат Фәрит улы.
Бөгөн баш ҡалалағы Колонналар залында 40 медицина хеҙмәткәре дәүләт наградаһы менән бүләкләнде. Улар араһында медицинаның төрлө өлкәләрендә эшләгән үҙ һөнәре оҫталары бар ине. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә – Ишембай үҙәк район дауаханаһы табип-урологы Венер Арыҫланов, 2-се Республика клиник дауаханаһы баш табибының амбулатория-поликлиника ярҙамы буйынса урынбаҫары Рааушания Аллаярова, Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының травматология бүлексәһе мөдире, табип-травматолог-ортопед Рауил Абдуллов, “Йоматау” шифаханаһы табип-хирургы Рим Байғужин, “Красноусол” шифаханаһынан табип-терапевт Тәлғәт Вәлитов, Мораҡ үҙәк район дауаханаһынан табип-терапевт Индира Ғайсина, Раевка үҙәк район дауаханаһынан табип-терапевт Илдус Мирсаяпов һәм башҡалар лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән мәртәбәле исем Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Флүзә Ғимаеваға, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы фельдшеры Зилә Исмәғилова һәм башҡаларға бирелде.
Бөгөн тапшырылған наградалар медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр һәм ауыр хеҙмәтен, һөнәри оҫталығын, кешеләр һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға индергән тос өлөшөн таныу булды. Беҙ уларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.