Сәләмәт булайыҡ
23 Июнь 2023, 09:51

Хуш еҫле бал да, боланут та файҙалы

Шифалы үләндәр – аяҡ аҫтында, эйелеп йый ғына.

vk.com/karmadmvk.com/karmadm
Фото:vk.com/karmadm

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Кәримовтар ғаиләһен үҙ төбәгендә генә түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Улар – умартасылар. Ҡортсолоҡ буйынса фермерлыҡ эшмәкәрлеген даими алып баралар, яңы йүнәлештәргә тәүәккәл тотоналар.

Гөлназ менән Радик Кәримовтар тәҡдим иткән продукция – хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм эшкә яуаплы ҡарау билдәһе ул. Башта ғаилә 20 йылдан ашыу бал ҡорттары тотҡан ата-әсәһенә ярҙам иткән. Шуға хәрби булып хеҙмәт иткән ғаилә башлығы хаҡлы ялға сыҡҡас, эш эҙләү тураһында һүҙ ҙә булмаған. Улар Ивановка ауылы эргәһендә ер биләмәһен рәсмиләштергән һәм үҙ умартасылығын булдырған.

“Был – бик етди эш. Умартасынан бар күңелен һалып эшләү талап ителә”, – ти Радик Рәйес улы. Ваҡыт үткәс, ғаилә баҙар ҡанундарын өйрәнгән һәм үҙ клиенттарын булдырған.

Йәй Ҡырмыҫҡалы районында боланут (иван-чай) баҫыуҙары күҙҙең яуын ала. Ә был үләндең файҙаһы бик ҙур, шуға күптәр унан сәй әҙерләй. Кәримовтар ҙа, үләнде йыйып, киптереп, матур ҡаптарға төрөп ҡараған һәм барыһы ла яҡшы килеп сыҡҡан. Был сәйгә башҡа хуш еҫле, шифалы үләндәрҙе лә ҡуша башлағандар. Хәҙер был ризыҡ – Ҡырмыҫҡалы районы брендтарының береһе. Ә былтыр боланутты йыйыу буйынса ғаилә хатта үҙенә күрә рекорд ҡуйған: бер миҙгелдә ике тоннанан ашыу үлән йыйып эшкәрткән.

Кәримовтар бал ҡорто балауыҙынан ғына бер ниндәй ҡушылмаһыҙ шәм һәм төрлө сувенир продукцияһы әҙерләй. Шулай итеп, умартасылар ҡиммәтле сеймалды һатмаҫҡа, ижад өсөн файҙаланырға ҡарар иткән.

Йыл һайын умартасылыҡта күстәр һаны, уның менән бергә эш һәм бал күләме лә арта. Күптән түгел уңған ғаилә был татлы аҙыҡтан крем да яһай башлаған. Кәримовтарҙың ҡыҙҙары Наҙгөл менән Руслана – студенттар, ваҡыттары булғанда ата-әсәһенә ихлас ярҙам итәләр.

Айһылыу НИЗАМОВА

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас