Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2023, 10:43

Бармаҡтарының име бар

Күптәр уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Элек-электән халҡыбыҙ имләү, бағымсылыҡ кеүек дауа төрҙәренән файҙаланған һәм бындай кешеләр оло ихтирам яулаған. Бөгөн, XXI быуатта ла, мейе ҡағыу, быуын ултыртыу, күҙеккәнде алыу, ҡот ҡойоу кеүек күренештәргә шаһит булабыҙ. Ғәҙәттә, имләү һәләте нәҫелдән килә, тап шуға ул күптәрҙә үҙенә ҡарата ышаныс тыуҙыра.

Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре менән барғанда быуын ултыртыусы Роза Ғимранова менән таныштыҡ. Әйткәндәй, борон да быуын ултыртҡан, майлап-һылаған, ҡот ҡойған, имләгән инәй-олатайҙар һәр ауылда тиерлек йәшәгән һәм һәр кем уларға мөрәжәғәт иткән. Роза Ғәйнулла ҡыҙына – 78 йәш. Ғүмере буйы ул элекке Салауат исемендәге колхозда эшлә­гән: башта – һауын­сы, аҙаҡ зоотехник булған. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Берҙән-бер ҡыҙы Ләйсән, ейәнсәрҙәре Илзирә менән Ләйлә Мәскәүҙә йәшәй. Беҙ барғанда Роза Ғәйнулла ҡыҙы ейәнсәре Илзирәнең һуңғы имтиханын яҡшы билдәгә биреүен теләп борсола ине. “Балаларыма уңыш юлдаш булһын тип теләйем”, – тине ул. Ә ҡатын үҙе ҙур, иркен, матур йортта тора, ихатаһының һәр мөйө­шөндә бөхтәлек күҙгә салына, баҡсаһында төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫә. “Мал ғына тотоп булмай шул хәҙер”, – ти уңған ҡатын.

Роза инәйҙең бармаҡта­ры­ның, әйтерһең дә, “күҙе” бар: бер ҡарауҙан уҡ тиерлек кемдең ҡайҙа быуыны ауыртыуы, һыҙланыуҙар йөҙә­теүе тураһында әй­тә ала. Бер юлы доғаларын да уҡый. “Бөгөн Өфө­­нән килергә тейештәр, алдан шыл­тыратып иҫкәртеп ҡуйғай­нылар, – ти Роза Ғәйнулла ҡыҙы. – Үҙебеҙҙең райондан, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм башҡа яҡтарҙан да ярҙам һорап килеүселәр бар”.

Роза инәй үҙенә мөрәжәғәт иткәндәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Һуңғы йылдарҙа массаж да эшләй. Бының өсөн ул махсус рәүештә белем алған.

Хәҙер күптәр халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә. Хәйер, улар араһында был исемде лайыҡлы йөрөтөүселәр бай­таҡ. Ғәҙәттә, улар бер ниндәй рекламаға мохтаж түгел, кемгә кәрәк – үҙҙәре эҙләп таба. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәрен нигеҙһеҙ рәүештә белгес тип танытҡандар ҙа аҙ түгел. Бына ошондай әҙәмдәр сәләмәт­легегеҙгә зыян килтереп ҡуй­маһын, шуға кемгәлер мөрә­жәғәт итер алдынан мотлаҡ табиптар менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Ҡырмыҫҡалы районы. 

Читайте нас