

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ишембай районында бал ҡорттарынан сағылған балаларҙың хәле тураһында хәбәр итте. “Пациенттарҙың хәле тотороҡло, шешеү кәмей”, - тип белдергәндәр ведомствонан.
26 июндә Ишембай районының Әхмәр ауылында ике малай үҙҙәре генә урмандағы яланға бара. Унда балалар бал ҡорттары күсенә эләгә һәм сағыла. Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының реанимация бүлегендә малайҙарҙың тәненән бал ҡортоноң 465 ҡаяуы алынған. Әле балалар дауаланыуын дауам итә.
Фото: Стәрлетамаҡ балалар поликлиникаһы.