

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары йәнде өшөтөрлөк: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үлем сәбәптәре буйынса тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Быға заман кешеһенең йәшәү рәүеше лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡараш булдырмау, йәшәйештәге проблемалар – һәммәһе лә төп “моторҙың” көйлө эшләүенә кире йоғонто яһай.
“Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был тиккә түгел, сөнки ошо емештәге күҙәнәктәр холестерин кимәлен түбәнәйтә, калийҙы үҙләштереүҙе әүҙемләштерә. Тағы ундағы пектин организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, анар (гранат) ҡанды шыйыҡлай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай.
Тағы үҙебеҙҙең урмандарҙағы ҡайын еләге япрағы менән энәлек емеше – калий сығанағы. Шулай уҡ ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге һәм ҡыҙыл көртмәле япрағында ла ошо матдә бар.
Энәлек, ҡомалаҡ тубырсығы, ҡыр сәйе, тумыртҡа мышары, мелисса, арса ботаҡтары тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә. Бынан тыш, арыҫлан ҡойроғо, ҡаҙ үләне, мәтрүшкә, бәпембә тамыры һәм сәскәһе, ҡандала үләне, айыу ҡурайы сәскәһе лә кешене тынысландыра. Хәлһеҙлектән ҡайын еләге япрағы, меңъяпраҡ үләне һәм сәскәһе, шулай уҡ туҡранбаш сәскәһе ярҙам итә.
Мелисса үләне тахикардия өйәнәген баҫа, тын етмәүҙән һәм йөрәк сирҙәренән арынырға ярҙам итә, ҡан баҫымын төшөрә. Эт табаны үләне һәм ҡара көртмәле япрағы ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә. Ҡыр сәйе үләне ҡан баҫымын төшөрә, нервы ҡуҙғыуын баҫа, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бөйөр ауырыуҙарынан арындыра. Торма үләне йөрәк эшмәкәрлегенең тонусын күтәрә.
Айһылыу НИЗАМОВА